Оригинал стихотворения
Тамары Ганиевой
Даға
Фрузаға
Үҙ ғаләме кеүек күрҙе атай
Ауыл осондағы урманды.
Ул урмандың борма һуҡмаҡтары
Беҙҙең яҙмышҡа ла уралды.
Төпкөл яландарҙың уйһыуында
Нисәү ине икән шишмәбеҙ?
Сәйнүк ҡайнатабыҙ.
Әпәй ҡушип,
Үләндәрҙең сәйен эсәбеҙ.
Үҙебеҙ генә белгән баланлыҡ бар,
Үҙебеҙ белгән ҡурай еләклек.
Бер саҡ
(Ярай атай ҡыйыу беҙҙең!)
Йылан ояһына эләктек.
-"Ҡурҡышмағыҙ!
Туҙбаш йылан былар,
Яҡши ергә генә эйәләй.
Ағыуы юҡ".
...Беҙҙең ҡулда — тырма,
Ә атайым бесән күбәләй.
Ҡайтыр юлда әйтә килә үҙе:
-"Беҙҙең биләмә был күп саҡтан.
Ғәни ҡарттың, минең табан эҙе —
Һеҙгә ҡала.
Аслан бутамағыҙ,
Тайпылмағыҙ ошо һуҡмаҡтан.
Һеҙгә, ҡыҙҙар, бигүк ышанмайым,
Малайҙарҙа барса өмөтөм.
Бынау имәнгә мин тамға һуҡтым,
Билдәгә тип даға беркеттем".
...Их, атайым!..
Һинең малайҙарға
Тамғаң ни ҙә, дағаң...
Түҙмәнек,
Һылыуым менән бер көн ширлыҡ
йырып,
Шул дағаны ҡыҙырып эҙләнек.
Табалманыҡ.
Тимәк, Беҙгә әле
Ҡолон үҫтерәһе.
Һәм аҙаҡ
Үҙебеҙҙең аттың бер дағаһын
Күккә ҡуяһы бар ҡаҙаҡлап.
19 Апреля 2024Пасха
26 Апреля 2024Международный день интеллектуальной собственностиМеждународный день памяти жертв радиационных аварий и катастроф
28 Апреля 2024Всемирный день охраны труда
30 Апреля 2024День пожарной охраны
Все праздники