Оригинал
Донъя миңә гел йылмайып баҡты, -
Хәтер илен йөҙ ҡат урайым,
Тик барыбер осратмайым уның
Болот баҫҡан һытыҡ сырайын.
Гел йылмайҙы донъя... Әсәм булып,
Бишегемә эйелеп йылмайҙы,
Тәүге аҙымымды үҙем үткәс,
Шатлығынан һөйөнөп йылмайҙы,
Ә йығылғас -
Күҙ йәшенә төйөлөп йылмайҙы...
Ул йылмайҙы ал таң булып, балҡып,
Моңһоу шәфәҡ булып йылмайҙы,
Ҡояш булып - көндөҙ,
Кис - ай булып,
Төпһөҙ күккә ҡунып йылмайҙы.
Алыҫ йондоҙ-хыял йылмайғанда,
Йылмайғанда шашып, яҙғы һыу,
Бөтә ғүмеремә ал нур бөркөп,
Йылмайғайны бер саҡ бер һылыу...
Йә йылмайыу серле офоҡ ине,
Йә яҙғы гөл, нурлы ысыҡ ине,
Тылсым-ҡошсоҡ ине йылмайыу.
Донъя миңә гел йылмайып баҡты,
Ташламаны мине йылмайыу.
Тәүге тапҡыр ят ҡул, һауа ярып,
Сисер өсөн тыныс, шуҡ дауҙы,
Танауыма тейгәс, ап-аҡ ҡарға
Ем-ем итеп ал ҡан йылмайҙы...
Хәтеремдә, яҙға бара-бара
Аҙашҡанда ҡышын юл яҙып,
Төн һәм буран аша миңә текләп,
Ас бүренең
Ике утлы күҙе йылмайҙы.
Селпәрәмә килһә өмөт әгәр,
Ярсыҡтары, сәсрәп, йылмайҙы.
Һөйөү һүнгәс - нәфрәт йылмайҙы,
Дошман көлгәс - хәсрәт йылмайҙы...
Балҡып торған маңлай һырым булып,
Бәхет йырым булып, нурға тулып,
Миңә донъя һаман йылмайҙы...
Берсә мыҫҡыл, берсә һынау менән,
Берсә наҙлап, берсә әсенеп
Ул йылмайҙы миңә, йә ап-асыҡ,
Йә аҫтыртын ғына, йәшереп...
Гел йылмайҙы... Ҡиммәт төшкәндә лә
Ҡайһы саҡта ошо йылмайыу, -
Мин бәхетле булдым,
Сөнки донъя
Ҡараманы һытып сырайын,
Донъя миңә гел йылмайып баҡты...
| Помогли сайту Реклама Праздники |